Проект эше башкорт теле

Йөкмәтке

I.Инеш

II.Төп өлөш

1.Теоретик өлөш.

III.   Практик өлөш.

1.Тиҙәйткестәр әйттереү.

2.Таҙа әйткестәр әйттереү.

3.Тренажер менән күнегеүҙәр үткәреү.

4.Халыҡ ижадын өйрәнгәндә эш төрҙәре.

5.Поэтик әҫәрҙәр аша телмәр үҫтереү.

6.Һөйләү телмәрен үҫтереүҙә диалогтың роле.

IV Йомғаҡлау

V.    Ҡулланылған әҙәбиәт.

ПРОЕКТ ЭШЕНЕҢ ПАСПОРТЫ

Бүлектәр

Йөкмәткеһе

1

Проект эшенең исеме

Башҡорт теле дәрестәрендә телмәр үҫтереү.

2

Ниндәй предмет сиктәрендә башҡарылды?

  Башҡорт теле

3

Проект эшенең етәксеһе

Ғилемханова Зоя Рәмил ҡыҙы, уҡытыусы

4

Проект төрө

реферат

5

Маҡсат

Рус мәктәптәрендә башҡортса һөйләм телмәренә өйрәтеү проблемаһын тикшереп, телмәр үҫтереүҙең ғилми нигеҙҙәрен асыҡлау, текст менән эш итеүҙең әһәмиәтен билдәләү һәм шуға таянып, методик күрһәтмәләр тәҡдим итеү.

6

Бурыстар

 Телмәр үҫтереү методтарын асыу

7

Проект һорауҙары

Тиҙәйткестәр әйттереү.

Таҙа әйткестәр әйттереү.

Тренажер менән күнегеүҙәр үткәреү.

Халыҡ ижадын өйрәнгәндә эш төрҙәре.

Поэтик әҫәрҙәр аша телмәр үҫтереү.

Һөйләү телмәрен үҫтереүҙә диалогтың роле.

8

Аннотация теле

 Проект эше башҡорт телен дәүләт теле булараҡ рус телле мәктәптәрҙә өйрәтеү процесы.

9

Үткәреү ваҡыты

апрель 2016 йыл

10

Проект эшенең этаптары

I.Инеш

II.Төп өлөш

Теоретик өлөш.

Тиҙәйткестәр әйттереү.

Таҙа әйткестәр әйттереү.

Тренажер менән күнегеүҙәр үткәреү.

Халыҡ ижадын өйрәнгәндә эш төрҙәре.

Поэтик әҫәрҙәр аша телмәр үҫтереү.

Һөйләү телмәрен үҫтереүҙә диалогтың роле.                                                            III.   Йомғаҡлау

IV.    Ҡулланылған әҙәбиәт.

11

Эш һөҙөмтәләре

  Реферат яҙырға.

12

Кәрәкле ресурстар, материалдар

китаптар, журналдар, интернет селтәренән алынған материалдар.

Инеш

Хәҙерге тормош, яңы иҡтисади шарттар һәм мөнәсәбәтәттәр һәр кемдән тәрбиәне, юғары мәҙәниәтте, тарихты һәм халыҡ тормошон белеү йәһәтенән мәғлүмәтле булыуҙы талап итә. Шуға күрә лә йәш быуынды даими үҙгәреш һәм конкуренция шарттарында йәшәй алырҙай инициативалы, бөтә яҡлап үҫешкән кеше итеп тәрбиәләү – уҡытыусының һәм ата-әсәләрҙең иң төп бурысы. Уҡыусыларҙың мәктәпте тамамлауа үҙ фекерҙәрен телмәр йөкмәткеһенә, аралашыу шарттарына һәм телмәр ситуацияһына ярашлы аныҡ, йыйнаҡ, тулы итеп һөйләй һәм яҙа белергә, йәғни телмәрен төҙөй белеү һәләтенә эйә булырға тейеш.

«Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында»ғы Законының 7-се статьяһына үҙгәрештәр индереү буйынса 2005 йылдың сентябренд  Закон ҡабул ителде. Был закон буйынса 2006 йылдың 1 сентябренән Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү учреждениеларында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу индерелде. Сөнки Башҡортостан Республикаһы башҡорттарҙы милләт булараҡ һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итеүсе, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һаҡларға, үҫтерергә мөмкинселек биреүсе берҙән-бер төбәк.  

Белеүебеҙсә, бөгөнгө көндә уҡыусыларҙы бәйләнешле телмәр (текст) төҙөргә өйрәтеү актуаль проблемаларҙың береһе булып һанала һәм уны хәл итеү өҫтөндә төрлө эштәр башҡарыла. Ләкин был сараларҙы әле етерлек кимәлдә тип әйтеп булмай, шуға күрә   проект эшебеҙ ҙә ошо проблеманы тикшереүгә арналды.

Тикшеренеү маҡсаты. Рус мәктәптәрендә башҡортса һөйләм телмәренә өйрәтеү проблемаһын тикшереп, телмәр үҫтереүҙең ғилми нигеҙҙәрен асыҡлау, текст менән эш итеүҙең әһәмиәтен билдәләү һәм шуға таянып, методик күрһәтмәләр тәҡдим итеү.

Тикшеренеү гипотезаһы. Беҙҙең уйыбыҙса, мәктәптә бәйләнешлн телмәр үҫтереү дәрестәрендә текст менән эшләү уҡыусылар телмәренең грамматик төҙөлөшөн төҙөкләндереүгә, һүҙ байлығын ишәйтеүгә ярҙам итә һәм төрлө күнегеүҙәр башҡарғанда актив ғәмәлгә ашырыла.

Ошондай бурыстар ҡуйыла:

- рус мәктәптәре өсөн башҡорт теленән программа, дәреслектәрҙе һәм ғилми-методик әҙәбиәтте анализлау;

- рус телле балаларҙың бәйләнешле башҡорт телмәрен үҫтреүгә коммуникатив күнегеүҙәр системаһын биреү;

- рус мәктәптәрендә бәйләнешле телмәр үҫтереүҙә текст менән эшләү мөмкинселектрен асыҡлау;

- текст менән эшләү алымдарын дәрестәрҙә эксперименталь рәүештә тикшереп ҡарау.  

Теоретик әһәмиәте. Дреслектәрҙән, гәзит-журналдарҙан, художестволы әҙәбиәттән текстар һайлап алып методик система булдырыу.

Практик әһәмиәте.           Проект эше килтерелгән текст менән эшләү методикаһы рус телле мәктәптәрҙең башҡорт теле уҡытыусыларынан тыш уҡыусыларҙа  ҡыҙыҡһыныу уятыр, артабан үҫтерелер тип ышанам. Шулай уҡ, дәрестәр ойошторғанда уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтер тип уйлайым.

 II.Төп өлөш

1.Теоретик өлөш.  

Мәктәп уҡыусыларының телмәрен үҫтереүҙең нигеҙҙәре.

Телмәр – телдең йәшәйеше, йәшәү формаһы, ҡулланылышы, телде файҙаланыу процесы.

Телмәр термины ике мәғәнәлә ҡулланыла: 

а) телмәр -  кешенең аралашыу эшмәкәрлеге һәм

б) телмәр – ошо эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе, текст.

Телмәр телдәге өндәрҙе, һүҙҙәрҙе файҙаланып, уйлау, фекерләү, шул фекерҙе әйтеп (яҙып) биреү, йөкмәткене башҡаларға еткереү, хәбәр итеүҙе эсенә ала. Былар эшмәкәрлек  һөҙөмтәһендә ниндәй ҙә булһа мәғәнәле йөкмәтке, текст төҙөлә.

Телмәр барлыҡҡа килһен өсөн, аралашыу, фекер әйтеү теләге, ихтыяжы (мотив), аралашыусы каналы (ишетеү, күреү, һөйләү һәм яҙыу), аралашыуҙың конкрет ситуацияһы булырға тейеш.

Телмәр төҙөү – индивидуаль күренеш. Кеше ысынбарлыҡты, ваҡиғаларҙы, предметтарҙы, күренештәрҙе төрлөсә аңлай, улар тураһында төрлөсә фекер йөрөтә.  Һәм үҙ фекерҙәрен, уйҙарын, тел сараларын үҙенең маҡсатына, белеменә, кәйефенә, аралашыу шарттарына ярашлы 6улланып, төрлөсә әйтә (яҙа).

Телмәр – шәхси, психологик күренеш. Телмәрҙе шәхестәр тыуҙыра. Шәхес аралашыу процесында тел сараларын үҙенсә, нисек теләй, шулай файҙалана. Шуға күрә һәр кемдең телмәре үҙенсәлекле була. Берәүҙең телмәре икенсе кешенең телмәренә оҡшамай, уларҙың береһе икенсеһенән айырыла. Телмәрҙең сифаты ла, төһөлөшө һәм йөкмәткеһе лә кешенең йәш үҙенсәлегенә, лингвистик тәжрибәһенә (телдең системаһын, нормаларын белеүгә һәм телмәр күнекмәһенә) ҡарап йөрөй. Телмәр тыңлау һәм һөйләү (һөйләү телмәрендә), яҙыу һәм уҡыу (яҙыу телмәрендә) процесы аша бойомға ашырыла.

Махсус өйрәтеүҙең  күп уҡыусылар кәрәкле материалды һайлай белмәй, системаға һала алмай, шуға иншаларҙа фекер әйтеүҙә эҙмә-эҙлеклелек юғала, ҡабатлауҙар, бәйләнешһеҙ һөйләмдәр күҙәтелә. Был факттар текст төҙөү төбөндә ятҡан, коммуникатив аталған принципты махсус эшкәртеү, үҫтереү хаҡында һөйләй. Ниндәй һығымта эшләп була һуң?

  1. Бәйләнешле телмәр бала бәләкәй саҡта диалогтан монологҡа, ваҡиғалы телмәрҙән контекстлы телмәргә үҫешә. Бала был белемдәрҙе аралашыуҙа ғына түгел, ә планлаштырыу, эшмәкәрлек йүнәлтеү функцияһын да ҡуллана.
  2. Мәктәптә уҡыу барышында бәйләнещле телмәр артабан үҫеш ала: ул уҡыусылар тарафынан белем алыу, һаҡлау, таратыу функцияларында ҡулланыла. Бәйләнешле телмәр үҫеше уҡыусыларҙың төрлө стилдәге телмәр типтарын, төрлө әйтеү формаларын, коммуникатив аралашыуҙы үҙләштереүендә күренә.

Методикаға килгәндә, башҡорт телен уҡытыу методикаһында балаларҙың бәйләнешле телмәрен, текст төҙөү кимәлен үҫтереү бик яҡшы яҡтыртылмаған. Балалар тел менән нисек ҡулланырға белмәй.

2.Практик өлөш.

Тиҙәйткестәр әйттереү. 

    Сифатлы уҡырға өйрәтеү өсөн телмәр ағзаларының һығылмалылығына ирешеү мөһим роль уйнай. Шуға күрә телмәр аппаратын үҫтереү маҡсатында махсус күнегеүҙәр үткәреү отошло була. Тиҙ әйттереү өсөн текстар дәрестең лексик темаһына ярашлы һайланыла. Был осраҡта тиҙәйткестәр телмәр аппаратын үҫтереү менән бер рәттән, уҡыусыларҙың һүҙлек запасын арттыра, телмәрҙе әҙер синтаксик берәмектәр менән байыҡтыра.

Өлкәнерәк кластарҙа уҡыусыларға китап-журналдарҙан тиҙәйткес өсөн текстар эҙләргә, яҙып алырға, үҙҙәренә тиҙәйткестәр ижад итергә ҡушырға мөмкин.

Шундай тиҙәйткестәр ҡулланырға була:

а) Быҙау, быҙау, быҙауҡай,

    Быҙау буйлы быҙауҡай,

    Быҙаулаған быҙауҡай,

    Быҙауҡайҙай быҙауҡай.

б) Өйгә ингән сыпсыҡ,  

     Осоп йөрөй сыпсыҡ,

     Сыҡ-сыҡ, сыҡ-сыҡ,

     Сыҡ, сыпсыҡ.

     Сыҡ, сыҡ, ҡошсоҡ,

     Осоп сыҡ!

в) Алланған алма аша,

    Балдары тама-тама.

    Аша алһыу алманы,

    Балына мана-мана.

Таҙа әйткестәр әйттереү. Таҙа әйткестәр дәрестең лексик темаһына ярашлы ҡулланыла. Улар дәрестә өйрәнелгән өн-хәреф менән ижектәр уҡырға, дөрөҫ әйтергә күнектереү маҡсатында ҡулланыла. Тәүге осорҙа уҡытыусы ҡабатлатыу өсөн әҙер таҙа әйткестәр ҡулланһа, әкренләп уҡыусыларҙың үҙҙәрен дә таҙа әйткестәр төҙөүгә йәлеп итергә кәрәк.

Мәҫәлән, өн-хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелешен өйрәнгәндә түбәндәге таҙа әйткестәрҙе ҡулланырға мәмкин:

 а)Тә-тә-тә - ултырабыҙ дәрестә.

    Са-са-са – һөйләшәбеҙ башҡортса.

    Ый-ый-ый –  уҡыусы шиғыр уҡый.

    Ыш-ыш-ыш - беҙ шундай тырыш.

 б) Ға-ға-ға - әйҙә киттек урманға!

     Шә-шә-шә - урманда еләк бешә!

     Ле-ле-ле – ауыҙ итәйек әле.

     Ге-ге-ге – ҡалай тәмле еләге.

   

Тренажер менән күнегеүҙәр үткәреү.

Түбәндәге таблица-тренажер менән уҡыу сифатын, телмәр үҫтереү маҡсатында күп кенә күнегеүҙәр үткәрергә мөмкин:

     - бер бағаналағы йәки бер юлдағы тартынҡыларҙы асыҡ итеп, телмәр ағзаларына көсөргәнеш биреп, бер тында уҡыу;

     - бер бағаналағы йәки бер юлдағы тартынҡыларҙан һуң һуҙынҡы ҡуйып уҡыу;

     - бер бағаналағы йәки бер юлдағы тартынҡыларҙың алдына һуҙынғы ҡушып уҡыу һ.б.

1

2

3

4

5

6

7

8

9

10

1

т

л

р

с

м

н

ҡ

т

һ

б

2

ҡ

т

н

р

с

һ

б

м

ҙ

ш

3

р

м

с

ҫ

ф

в

ҙ

ҫ

һ

х

4

ҫ

ж

м

с

в

п

к

г

ҡ

ғ

5

ш

щ

с

ж

д

б

п

к

л

т

6

ғ

р

з

ҙ

г

ч

с

ш

ж

щ

7

ҡ

ғ

ҫ

ҙ

с

ш

з

ж

х

һ

8

т

р

з

ҙ

м

н

ң

ғ

п

х

9

с

ц

ш

ж

ч

щ

б

п

в

ф

       

    Ошо һәм башҡа эш төрҙәрен халыҡ ижадын өйрәнгәндә лә киң файҙаланып була. Мәҫәлән, мәҡәл һәм әйтемдәрҙе өйрәнгәндә уҡыусыларға ошондай ижади күнегеүҙәрҙе тәҡдим итәбеҙ:

  1)Күп нөктәләр урынына кәрәкле һүҙҙәрҙе ҡуйып, мәҡәл һәм әйтемдәрҙе тултырығыҙ: Күрше хаҡы – (тәңре хаҡы). Бесәй моронон ҡаплап ятһа – (көн һыуыта).

Хәҙерге тормошҡа бәйләнгән теләһә ниндәй мәҡәл йә әйтемде тема итеп, кешеләрҙең эшмәкәрлеге, уҡыусылар тормошо тураһында хикәйәләр төҙөтөү. Мәҫәлән: Хеҙмәтенә күр хөрмәте һ.б.

  2)Был бүлекте өйрәнгәндә өлкән быуын кешеләренән һорашып халыҡ ижады ҡормартҡылары яҙып килтереү эшен дә йөкмәтергә була. Балалар бигерәк тә таҡмаҡтар яҙып килтерергә ярата.

    3)Программаға индерелгән әкиәттәрҙе өйрәнгәс, «Аманат», «Аҡбуҙат» журналдарын, «Йәншишмә» гәзитен балалар менән ентекләп уҡығас, уҡыусылар тарафынан ижад ителгән әкиәттәр менән танышыуҙы ла ҡулайлы тип таптыҡ. Аҙаҡ уҡыусыларҙа үҙҙәре лә әкиәт ижад итеп ҡарау теләге тыуыр.

    4)Берәй ҙурырыҡ тема, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ бүлектәрен йомғаҡлағанда кроссвордтар, башватҡыстар, шарадалар ҡулланыу отошло. Мәҫәлән, «Беҙ тәбиғәт балалары. Тәбиғәтте өйрәнәйек, уны һаҡлайыҡ» темаһы буйынса (2-се класс) кровссворд тәҡдим итергә була. Ошондай кроссвордтарҙы һәм ребустарҙы уҡыусыларҙың үҙҙәренән дә төҙөтөргә була. Мәҫәлән, «Юлай» һүҙенә балалар ошондай ребус төҙөнөләр: Юл+ай. «Ҡарай»- ҡар+ай (Һүрәттәр менән дә белдерергә мөмкин).

Был кроссвордтарҙы, башватҡыстарҙы, шарадаларҙы сискәндә, уҡыусы быға тиклем алған белеменә таяна, әҙәби һәм ғилми китаптар аҡтара – үҙенсә ғилми тикшеренеү эштәре үткәрә.

   Поэтик әҫәрҙәр аша телмәр үҫтереү.

Башланғас кластарҙа уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә шиғырҙар уҡытыу һәм ятлатыу мөһим роль уйнай. Шиғыр өҫтөндә эш баланы уҡығанды иғтибар менән тыңларға, аңларға һәм уны дөрөҫ, тасуири уҡырға өйрәтә. Шиғырҙың формаһы телдең матурлығын һәм әһәңлеген күрһәтә.

Башҡорт теле дәрестәрендә халыҡ ижады өлгөләренән түбәндәге шиғырҙарҙы тәҡдим итергә була:

а) - Бесәй ҡайҙа бараһың?

    - Әбейҙәргә барамын.

    - Унда һиңә ни тейә?

    - Ике ҡалаҡ май тейә.

    - Уны ҡайҙа ҡуярһың?

    - Мейес аҫтына ҡуярмын.

    - Бысранһа ни эшләрһең?

    - Һыуға төшөп йыуармын.

    - Төшөп китһәң ни эшләрһең?

    - Талға ябышып сығармын.

    - Талың ҡупһа ни эшләрһең?

    - Аҡырып-баҡырып илармын.

б) – Ҡурай!

    - Әү!

    - Ҡайҙа үҫтең?

    - Урманда.

Был шиғырҙарҙың диологик формала булыуы уның йөкмәткеһен тиҙ үҙләштерергә, хәтерҙәрендә ҡалдырырға ярҙам итә.

       

    Һөйләү телмәрен үҫтереүҙә диалог ҙур урын алып тора. Бөтә лексикүграмматик материал диалогтар һәм аралашыу ситуациялары аша үҙләштерелә. Диалог телмәрҙә киң таралған күнегеү – һорау-яуап күнегеүе. Башланғыс кластарҙа диалогтарҙы өйрәнеү буйынса  ошондай күнегеүҙәр ойошторорға була:

   1)Терәк һүҙҙәр ярҙамында рәсем буйынса диалог төҙөү.

   2) Типик аралашыу ситуацияларына ҡараған микродиалогтар төҙөү.

Мәҫәлән, “Йәшелсә-емеш”  магазинында, “Китапханала”, “Беҙҙең мәктәп” һ.б.

   3)Диалогты дауам итеү.

-Һаумыһығыҙ!

- Һаумыһығыҙ.

-Һеҙ ошо ауыл кешеһеме?

- Эйе, мин бында йәшәйем.

- Әйтегеҙ әле, китапханага нисек барырға?

4) Класташың менән телефондан һөйләшеү ҡор.

5) Сәхнәләштереп күрһәтегеҙ “Мәктәп баҡсаһында”.

6) Быйыл синыфҡа яңы уҡыусы килгән икән, ти. Уны үҙең менән таныштыр. Диалог төҙө.

7) Диалогты ролдәргә бүлеп уҡыу.

8) Диалогты башҡорт теленә тәржемә итеү һ.б.

       

     

Йомғаҡлау

Шулай итеп, уҡытыусы балаларҙың ижади һәләтен үҫтерерҙәй ниндәй генә алымды дәрестәрҙә ҡулланһа ла, был эш төрө балаларҙы ялҡытмаҫҡа, үҙенә тартып торорға, ҡыҙыҡһындырырға тейеш. Бары шунда ғына ул һәйбәт һөҙөмтә бирә һәм әһәмиәтле була. Был эш төрҙәре уҡыусының ижади фекер йөрөтөү һәләтен үҫтерергә, уның эске донъяһын байытырға ярҙам итә.

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.        Аҙнағолов Р., Аслаев Т.Х. Телмәр аралашыу мәҙәниәте. - Өфө: Китап, 1989. – 210 б.

2.        Аҡдәүләтова З. Төрлө милләт балаларына башҡорт телен уҡытыу тәжрибәһенән // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2006, №8. – 26-сы б.

3.        Акшина А.А. Структура целого текста.- М: Просвещение, 1979. – с.73.

4.        Альмухаметов Р.В. О некоторых аспектах изучения башкирского языка в русскоязычных школах // Башкортостан укытыусыһы, 2001, №4. – 7-се б.

5.        Амангильдина Н. Башҡорт теле ҡытай теле түгел, теләһәң өйрәнергә була// «Башҡортостан» газетаһы, 2006, 1 сентябрь, №173. – 4-се б.

6.        Аслаев Т.Х. Башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәрендә балаларҙың яҙыу телмәрен үҫтереү. – Өфө. Китап, 1977. – 280 б.

7.        Башҡорт теленән программа. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11-се синыфтар өсөн. - Өфө: Китап, 2003.

8.        Гальперин И.Р. Текст – как объект лингвистического исследования. – М., 1981. – 320 с.

9. Ғарипова Ф. ХХ быуатты5 20-30-сы йылдарында башҡорт телен дәүләт теле сифатында ғәмәли ҡулланыуға индереү// «Ватандаш» журналы, 2004, №12. – 53-с2 б.

10.          Ғәбдрахимова Л. Рус мәктәбендә балаларҙы телмәргә өйрәтеү тәжрибәһенән// Башкортостан укытыусыһы, 1997, №7. – 18-се б.

11.        Ғәзизова Ғ. Рус мәктәбендә башҡорт теле уҡытыу тәжрибәһенән// Башкортостан укытыусыһы, 2003, №7. – 22-се б.


Источник: http://nsportal.ru/shkola/obshchepedagogicheskie-tekhnologii/library/2017/04/08/bashkort-tele-drestrend-telmr-ustereu


Рекомендуем посмотреть ещё:


Закрыть ... [X]

Татар теле дэреслэрендэ инновацион технологиялэр кулланып Love and live одежда

Проект эше башкорт теле Рус мктплренд укучыларны язма сйлмг йрт. Проект эше
Проект эше башкорт теле Римма Бикмхммтова: «Башкорт милли хрктене ялгышы
Проект эше башкорт теле Проект на тему: Башорт теле дрестренд телмр тере
Проект эше башкорт теле 6 класс башкорт теле Образовательный портал t
Проект эше башкорт теле ArtOfWar. Миронов Вячеслав Николаевич. Я был на этой
Проект эше башкорт теле Viber : ответы на частые вопросы! Задаём вопросы в
Проект эше башкорт теле «Сонник Зубы приснились, к чему снятся во сне Зубы»
Проект эше башкорт теле Великое стояние на реке Угре 1480 года свержение ордынского
Воспаление и опухание десны вокруг зуба мудрости Детский: видео всех категорий смотреть онлайн или Как я побывала в роли змеи с маской-носочками для ног Когда режутся первые зубы: чем помочь ребенку Одежда для пупсов своими руками, которую можно выполнить Пошив изделий по индивидуальным заказам РР РР РСРІРСС РР СРССС, РЄСССРР ІСР

ШОКИРУЮЩИЕ НОВОСТИ